Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.74 ↑

EUR 75.77 ↓

19 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Әбйәлил районында ҡоро төҙөлөш ҡатышмалары заводы һалына

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан Хөкүмәте Lasselsberger GmbH «Әбйәлил районында ҡоро төҙөлөш ҡатышмаларын етештереү буйынса завод төҙөлөшөнөң беренсе этабы» өҫтөнлөклө инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Проект Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыу күҙаллана, тип хәбәр итә республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Документҡа хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостан Хөкүмәте аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов, Lasseslberger GmbH компанияһы етәксеһе Йозеф Ласселсбергер, «Цемикс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Го Жан, Әбйәлил районы башлығы Рим Сыңғыҙов ҡул ҡуйҙы.

Ошо инвестиция проектын бойомға ашырыу Башҡортостандың Әбйәлил районында кәм тигәндә 220 эш урыны булдырырға мөмкинлек бирә. Планлаштырылған инвестициялар күләме 2,2 миллиард һумдан ашып китә. Артабан инвестициялар күләмен 14 миллиард һумға тиклем арттырыу һәм 500-гә яҡын эш урыны булдырыу күҙаллана.

http://www.bashinform.ru/news/1117743-v-abzelilovskom-rayone-bashkirii-postroyat-zavod-po-proizvodstvu-sukhikh-stroitelnykh-smesey/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть