Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

Республикала Мәҙәни ғаилә үҙәктәре асыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда Мәҙәни ғаилә үҙәктәре асыла. Ошо хаҡта республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ведомствоның 2017 йылғы йомғаҡтары һәм 2018 йылға пландары буйынса киңәйтелгән коллегия ултырышында белдерҙе.

Республиканың Мәҙәниәт министрлығы Ғаилә йылын уҙғарыу менән бәйле ғаилә мәҙәни үҙәктәрен булдырыу буйынса яңы проект әҙерләгән. Уның маҡсаты – ауылда мәҙәни-ял, мәғариф, мәғрифәтселек, спорт-сәләмәтләндереү, күңел асыу,  IT-технологиялар менән мәғлүмәти кеүек төрлө эшмәкәрлек йүнәлештәре буйынса ғаилә һәм әхлаҡи ҡиммәттәргә, ғаилә тормошоноң традицион мәҙәниәтенә һәм ғаиләлә балаға тәрбиә биреүгә ярҙам итеүгә һәм тергеҙеүгә йүнәлтелгән ғаиләләрҙең уртаҡ мәҙәни, ял итеү һәм мәғариф эшмәкәрлеге аша мәҙәниәт учреждениеларының һәм ғаиләләрҙең хеҙмәттәшлеге өсөн шарттар булдырыу.

Ғаилә йолаларын, халыҡтың социаль әүҙемлеген һәм ижади потенциалын үҫтереү, ял программаларын әҙерләү һәм төрлө-төрлө ғаилә ялы формаларын ойоштороу, балаларға һәм ата-әсәләргә үҙ-үҙен үҫтереү өсөн шарттар булдырыу мәҙәни үҙәктәрҙең төп бурысы булып тора.

Мәҙәни ғаилә үҙәгендә заманса махсус ҡорамалдар, техник саралар, музыка ҡоралдары, интерактив экрандар, витриналар, шулай уҡ тауыш яҙҙырыу, видеофильмдар, методик ҡулланма, сценарий, китапхана фондттары (китаптар, матбуғат баҫмалары, электрон баҫмалар, аудиокүрһәтмә материалдары) булырға тейеш.

«Республикала бындай тәжрибә бар. 2014 йылдан ауыл клубтары нигеҙендә «Йомғаҡ» күп функциялы мәҙәни үҙәктәр асыу проектын ғәмәлгә ашырабыҙ. Был төрлө йәштәге һәм ҡыҙыҡһыныулы кешеләрҙе генә түгел, төрлө физик мөмкинлектәре булғандарҙы ла берләштергән заманса ауыл мәҙәниәт усағы. Ваҡыт күрһәтте, халыҡ яңыртылған мәҙәниәт учреждениеларына мохтажлыҡ кисерә. Шуға был учреждениеларҙың эшен бөтә ғаилә ағзалары өсөн ял ойоштороуға ла йүнәлтергә кәрәк», — тип билдәләне Әминә Шафиҡова.

Министр коллегияға йыйылған район һәм ҡала вәкилдәренән ғаилә ялын ойоштороуға, ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалауға, ғаиләлә мөнәсәбәттәрҙе аһәңләштереүгә йүнәлтелгән сара үҙәктәре эшмәкәрлеген көсәйтеүҙе һораны.

http://www.bashinform.ru/news/1118103-v-bashkirii-poyavyatsya-kulturnye-semeynye-tsentry-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть