Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.75 ↓

EUR 79.17 ↑

19 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан менән Владимир өлкәһе араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

«Сочи-2018» Рәсәй инвестиция форумы барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Владимир өлкәһе губернаторы Светлана Орлова Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Владимир өлкәһе хакимиәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Биш йылға иҫәпләнгән документ ике яҡлы бәйләнештәрҙе үҫтереү һәм нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Килешеүгә ярашлы, төбәктәр сауҙа, инвестициялар, ауыл хужалығы, урман сәнәғәте, фән, юғары технологиялар, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, энергетика, ҡала төҙөлөшө, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, экология, мәҙәниәт, спорт һәм туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә тейеш. Шулай уҡ закон сығарыу, дәүләт милли һәм йәштәр сәйәсәтен бойомға ашырыу, хеҙмәт мөнәсәбәттәре һәм социаль сәйәсәт, мәғлүмәтләштереү һәм элемтә, киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә тәжрибә алмашыу күҙ уңында тотола.

– Мөнәсәбәттәребеҙ һәйбәт, командалар эшләй, беҙ һәр саҡ мәғлүмәттәр менән алмашабыҙ. Станоктар, машиналар эшләү, дарыуҙар, ҡорамалдар етештереү йәһәтенән үҫешкәнбеҙ, – тине Светлана Орлова. – Мин етәксегегеҙҙе бик хөрмәт итәм, сөнки бер-беребеҙҙе күптән беләбеҙ, федераль кимәлдә бергә эшләнек. Мин уға ышанам. Байтаҡ мәсьәләләр буйынса ул миңә остаз кеүек тип иҫәпләйем, кәңәштәренә һәр саҡ ҡолаҡ һалам.

– Ысынлап та, беҙ бер-беребеҙгә бик кәрәк, һәм, һис шикһеҙ, беҙҙең төбәктәр яҡын һәм тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Беҙ бер илдә йәшәйбеҙ, ләкин Рәсәй Федерацияһы субъекттарының потенциаль мөмкинлектәрен белеп бөтмәйбеҙ. Ошондай килешеүҙәр, үҙ-ара эш итеүҙәр аша үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр һәм яңы мәғлүмәт алабыҙ.

Светлана Орлова Башҡортостан делегацияһын июнь айында Владимир иҡтисади форумында ҡатнашырға саҡырҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть