Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

17 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә төрлө профилле вакансиялар йәрминкәһе үтә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында 22 февралдә коммуналь, социаль һәм шәхси хеҙмәттәр күрһәтеүсе, шулай уҡ һаҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүсе предприятиеларҙың вакансиялар йәрминкәһе үтә.

Тәҡдим ителәсәк вакансиялар иҫәбендә – администратор, автомобиль водителе, йөксө, диспетчер, урам һепереүсе, консультант, менеджер, оҫта, ашнаҡсы, балта оҫтаһы, слесарь, тракторсы һәм электрик.

Йәрминкәгә килгәндәргә ғәҙәттәгесә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә, шул иҫәптән хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, психолог кәңәше бирелә, компьютер диагностикаһы һәм һөнәри йүнәлеш буйынса консультациялар үткәрелә.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай, тип билдәләнеләр Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә.

Йәрминкәне уҙғарыу урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.

http://www.bashinform.ru/news/1118071-v-ufe-sostoitsya-yarmarka-raznoprofilnykh-vakansiy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть