Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

23 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Муниципалитеттар үҫешенең яңы стратегияһын үҫтерергә ниәтләйбеҙ»

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

«Сочи-2018» Рәсәй инвестиция форумы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Моноҡалалар: киләсәкте проектлайбыҙ» сессияһында сығыш яһаны, унда төбәктең моноҡалалары нигеҙендә йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрен булдырыу тәжрибәһе хаҡында һөйләне.  

— Мин, тәү сиратта, был ғәйәт ҙур эште алып сыҡҡан, илебеҙең бихисап биләмәләрен аяҡҡа баҫтырған һәм уларҙы бөтә йүнәлештәр буйынса алға этәргән командаға рәхмәтлемен, – тине Рөстәм Хәмитов. – Иң мөһиме, ошо моноҡалаларҙа йәшәгән миллионлаған кеше, аҙ ғына булһа ла, бәхетле булды. Уларға мөмкинлектәр асылды, улар донъяға икенселәй ҡарай, үҙ үҫешен күрә башланы.

Моноҡалалар менән эштең төп асылын республика бөтә муниципалитеттарҙа ла таратырға тырыша, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Федераль проектҡа өҫтәмә рәүештә моноҡалаларҙы үҫтереү буйынса республика программаһы ҡабул ителде. Яҡын ваҡытта Биләмәләрҙе үҫтереү үҙәге ойоштороласаҡ. Ул моноҡалалар менән эшләү схемаһына ярашлы ғәмәлгә ашырыласаҡ.

— Был проектҡа төрлө сәбәптәр буйынса инмәгән ҡалалар оҡшаш программа буйынса үҫешһен өсөн эшләйбеҙ. Йәғни был тәжрибәне бөтә муниципалитеттарыбыҙға ла күсерәбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Федераль кимәлдә әҙерләнгән моноҡалаларға булышлыҡ итеү моделенә таянып, муниципалитеттар үҫешенең яңы стратегияһын үҫтерергә ниәтләйбеҙ.

Шулай уҡ сессияла Күмертау ҡалаһы башлығы Борис Беляев һәм Күмертауҙың Үҙәк ҡала дауаханаһы баш табибы Олег Астахов моноҡалаларҙа медицина учреждениеларын яңыртыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Атап әйткәндә, улар Үҙәк ҡала дауаханаһы ҡарамағындағы поликлиникала «Асыҡ регистратура» проектын ғәмәлгә ашырыу хаҡында һөйләне. Әлеге ваҡытта был тәжрибә ҡаланың башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында һәм сиктәш райондарҙа ҡабатлана.

http://www.bashinform.ru/news/1117952-rustem-khamitov-my-budem-razvivat-novuyu-strategiyu-razvitiya-munitsipalitetov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть