Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.74 ↑

EUR 75.77 ↓

19 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Быйыл республикала 13 балалар баҡсаһын һалыу күҙаллана

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостанда 2017 йылда мәктәпкәсә учреждениеларҙа 3,7 меңдән ашыу урын файҙаланыуға тапшырылған. Был 2016 йылға ҡарағанда 900 урынға күберәк. Яҡынса 110 ҡыҫҡа көн төркөмө асылған, ете балалар баҡсаһы төҙөлгән. Былтыр республикала 237 мең самаһы бала мәктәпкәсә учреждениеларға йөрөгән.

Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн учреждениелар төҙөү быйыл да дауам итә. 1834 урынлыҡ тағы 13 объект, шул иҫәптән ике айҙан өс йәшкәсә балалар өсөн — 365 һәм альтернатив формалар иҫәбенә 2200 урын асыу ҡаралған, тип хәбәр итте йомғаҡлау коллегияһы барышында Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова.

Әүҙем төҙөлөш бик урынлы, сөнки төбәктә балалар һаны йылдан-йыл арта. Яңы балалар баҡсаларын төҙөү өс йәштән ете йәшкәсә балаларға мәктәпкәсә белем алырға мөмкинлек бирә.

Республикала балаларҙы мәктәпкәсә белем биреүгә йәлеп итеү 69,2% тәшкил иткән, был Рәсәй буйынса күрһәткестән 12% тиерлек һәм Волга буйы федераль округы буйынса 3% юғарыраҡ (Рәсәйҙә — 57,4%, Волга буйы федераль округында — 66,1%).

http://www.bashinform.ru/news/1117715-v-bashkirii-v-2018-godu-postroyat-13-detskikh-sadov-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть