Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.23

EUR 73.72

24 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

ВТБ менән бергә тормошҡа ашырырға теләгән проекттар бар – Рөстәм Хәмитов

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

«Сочи-2018» Рәсәй инвестиция форумы даирәләрендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ВТБ банкы президенты урынбаҫары – идара рәйесе Денис Бортников менән осрашты.

Яҡтар банктың төрлө өлкәләге өҫтөнлөклө проекттарҙа ҡатнашыу, республиканың реаль иҡтисады секторына булышлыҡ итеү һәм уны үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек һорауҙары буйынса эшмәкәрлекте артабан үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.

— ВТБ банкы менән күптәнән инде һөҙөмтәле эшләп киләбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һеҙҙең менән бергә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә, яңы предприятиелар төҙөү, инфраструктураны үҫтереү буйынса тормошҡа ашырырға теләгән проекттар бар.

— Башҡортостан илдең юғары кимәлдә бизнесты үҫтереү потенциалына эйә булған ҙур төбәктәрҙең береһе булып тора. ВТБ республика Хөкүмәте менән берлектә мөһим проекттарҙы уңышлы ғәмәлгә ашыра ла инде, – тип билдәләне Денис Бортников, осрашыу йомғаҡтарына комментарий биреп. – Ярҙамыбыҙ артабан да төбәктең иҡтисадын нығытыуға булышлыҡ итер тип ышанам.

http://www.bashinform.ru/news/1117857-est-proekty-kotorye-my-khoteli-by-realizovat-vmeste-s-vtb-rustem-khamitov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть