Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.61 ↓

EUR 73.61 ↑

21 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә йөклө ҡатынды үлтереүҙә ғәйепләнеүсе уның мәйетен таҡталар аҫтына йәшергән — Тәфтиш комитеты видеоһы

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөлә йөклө ҡатынды үлтереүҙә ғәйепләнеүсе тәфтиш эксперименты барышында уның мәйетен нисек йәшереүе хаҡында һөйләне. Республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте «Башинформ» агентлығы менән эксперимент яҙмаһы менән бүлеште.

Ғәйепләнеүсе һүҙҙәренсә, үлтергәндән һуң ул мәйетте йәшерергә булған: ҡатындың йәнһеҙ кәүҙәһен ҡала ситенә алып сыҡҡан, Фёдоровка ауылы янында ҡулайлы урын тапҡан.

«Мин теләһә ниндәй ишектәр ташый башланым, уны ситкәрәк күсерҙем. Ҡалдырҙым. Һуңынан табырҙар тип уйланым. Икенсе көндө кәүҙәне яңынан йәшерергә килһәм, был өйөмдәр юҡ ине», — тип һөйләне ул.

Зыян күргән ҡатынды һөйрәгәндәр, уны ҡаны аҡҡан, тип өҫтәне тәфтишсе. Енәйәтсе уның өҫтөнә сүп-сар өйгән һәм ҙур йәшник ҡуйған.

«Икенсе көндө багажниктан көрәк алып, соҡор ҡаҙа башланым. Мәйеткә таҡталар ташланым. Йәшникте ошонда күсерҙем», — тине ир.

Алдан хәбәр ителгәнсә, февраль башында хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң Калинин районы Фёдоровка ауылы янындағы урманда бер кешенең бысаҡ менән сәнскеләнгән кәүҙәһен тапҡайны. Ул 2017 йылдың 9 декабренән хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнгән 34 йәшлек ҡатын булып сыҡты.

Тәфтишселәр мәғлүмәте буйынса, 9 декабрҙә ул өйөнән сығып киткән һәм хәбәрһеҙ юғалған. Ҡатын йөклө булған, тип фаразлана. Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы тәфтишселәре, эксперт-криминалистары ғәйепләнеүсенең эҙенә төштө һәм 30 йәшлек ирҙе ҡулға алды. Ир үҙ ғәйебен таныны. «Үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

http://www.bashinform.ru/news/1117800-v-ufe-podozrevaemyy-v-ubiystve-beremennoy-zhenshchiny-zakidal-eye-trup-doskami-video-sledstvennogo-e/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть