Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.15 ↓

EUR 77.68 ↑

25 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Сочиҙа республиканың «Росконгресс» һәм Рәсәйҙең Юристар ассоциацияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүенә ҡул ҡуйылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Рәсәйҙең «Сочи-2018» инвестиция форумында «Росконгресс» фонды, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Рәсәйҙең Юристар ассоциацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.

Документҡа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, фонд директоры Александр Стуглев һәм ассоциация идараһы рәйесе Владимир Груздев ҡул ҡуйҙы.

Килешеү республиканың инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен һәм экспорт потенциалын арттырыу, эске һәм тышҡы баҙарҙа перспективалы инвестиция һәм экспорт проекттарын үҫтереү өлкәһендә яҡтар араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

Документ, атап әйткәндә, партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен булдырыуҙы, хоҡуҡты пропагандалауҙы һәм яҡтарҙың ҡануниәтте камиллаштырыуҙа һәм хоҡуҡи дәүләт нигеҙҙәрен формалаштырыуҙағы тәжрибәһен өйрәнеүҙе, социаль әһәмиәтле бурыстарҙы хәл итеүҙе, үҙ-ара консультациялар уҙғарыу юлы менән бизнесты һәм халыҡтың хоҡуҡи белем һәм хоҡуҡи мәҙәниәт кимәлен күтәреүҙе, берлектә тематик форумдар, конференциялар, семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, эшлекле осрашыуҙар һәм башҡа саралар үткәреүҙе күҙ уңында тота.

«Росконгресс» фонды 2007 йылда конгресс, күргәҙмә һәм йәмәғәт сараларын ойоштороу юлы менән Рәсәйҙең имиджын нығытыу, иҡтисади ҡеүәтен үҫтереү маҡсатында булдырылған.

2005 йылда ойошторолған Рәсәйҙең Юристар ассоциацияһы закон проекттары экспертизаһы, юридик белем сифатын арттырыу, төрлө кимәлдәге ғилми-ғәмәли конференциялар уҙғарыу менән шөғөлләнә.

http://www.bashinform.ru/news/1117635-v-sochi-podpisano-soglashenie-o-sotrudnichestve-respubliki-s-roskongressom-i-assotsiatsiey-yuristov-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть