Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.75 ↓

EUR 79.17 ↑

19 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

«Һылыуҡай-2018» конкурсында еңеүсе автомобиль менән бүләкләнә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында «Һылыуҡай-2018» республика гүзәллек бәйгеһенә әҙерлек бара. Конкурс тарихында ҡыҙҙар тәүге тапҡыр төп приз — автомобиль өсөн көс һынаша.

21 февралдә Өфөлә конкурстың һайлап алыу туры уҙа. Ошо матурлыҡ бәйгеһендә еңеү яулаған ҡыҙҙарҙың артабанғы яҙмышы нисек? Конкурс уларҙың тормошонда ниндәй роль уйнаған? Ҡыҙҙар Башҡортостан Республикаһын артабан да лайыҡлы күрһәтә алырмы? Уҙған йылда «Һылыуҡай-2017», «Азия һылыуҡайы-2017» исемдәренә эйә булған Земфира Байдәүләтова «Башинформ» агентлығына конкурста еңгәндән һуң тормошоноң нисек үҙгәреүе, үҙенең киләсәген нисек күҙ алдына килтереүе, кемде милләтенең лайыҡлы вәкиле тип иҫәпләүе, үҙенең ырыуын данлаған кеше хаҡында һөйләне. Башҡорт һылыуҡайы менән интервьюны «Детально» рубрикаһында уҡырға мөмкин.

Кастинг түбәндәге адрес буйынса ойошторола: Өфө, Элеватор урамы, 13, «Версаль» рестораны. Көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Ғаризалар 20 февралгә тиклем «Һылыуҡай-2018» билдәһе менән gukrcnt@mail.ru электрон адресына ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн телефон: (347) 289-62-00, 8-965-666-20-68 (конкурстың кураторы Әлиә Ғәйфуллина).

http://www.bashinform.ru/news/1117657-pobeditelnitse-konkursa-bashkirskikh-krasavits-khylyukay-2018-podaryat-avtomobil/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть