Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.74 ↑

EUR 75.77 ↓

19 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Әлмөхәмәт ауылындағы яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты 700-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерергә тейеш

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостандың Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. «Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә төҙөлгән яңы медицина учреждениеһы 700-ҙән ашыу кешене, шул иҫәптән 100-гә яҡын баланы хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән.

Ошондай фельдшер-акушерлыҡ пункты — ауыл халҡы өсөн ҙур ҡыуаныс, сөнки ул бөтә заманса талаптарға яуап бирә, тейешле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған, квалификациялы медицина кадрҙары менән тәьмин ителгән. Был иһә ауыл халҡына беренсе медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатын күтәреү, медицина хеҙмәткәрҙәренең эш шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеген бирә.

Хәҙер Әлмөхәмәт ауылы халҡы уңайлы һәм санитар нормаларға тап килгән шарттарҙа медицина ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн фельдшер һәм акушерка, процедура, прививка яһау кабинеттары, көтөп ултырыу, хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмәләр асылған, һалҡын, эҫе һыу бар.

Һуңғы йылдарҙа республикала сирҙәрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелгән профилактика медицинаһының мөһимлеге арта, шуға күрә ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункттарын асыуға һәм уларҙы заманса талаптарға ярашлы йыһазландырыуға ҙур иғтибар бүленә.

http://www.bashinform.ru/news/1117628-bolee-700-chelovek-budet-obsluzhivat-novyy-feldshersko-akusherskiy-punkt-v-sele-almukhametovo/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть