Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.61 ↓

EUR 73.61 ↑

21 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә хаҡ артҡан

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Республика статистары социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыуын теркәгән.

Һайланма мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, исемлектең башында кишер тора, бер аҙнала уның хаҡы 7,5 процентҡа артҡан. Хәҙер Башҡортостан халҡы ошо йәшелсәнең бер килограмын уртаса 23 һумға һатып ала.

Икенсе урында — тары ярмаһы, бер аҙна эсендә ул 3,6 процентҡа ҡиммәтләнгән һәм килограмы яҡынса 28 һумға еткән.

Өсөнсөлә — аҡ күсәнле кәбеҫтә, әлегә уның уртаса хаҡы 16 һумдан ашыу тәшкил итә (бер аҙнала +2,7 процент).

Ҡиммәтләнгән аҙыҡ-түлек исемлегендә картуф, алма, башлы һуған, туңдырылған балыҡ, вермишель, он, сәй, стерилләнгән һөт, үҫемлек майы, икмәк-ҡаластар ҙа бар. Ошо аҙыҡ-түлеккә хаҡтар бер аҙна эсендә 0,1-1,8 процентҡа күтәрелгән.

Арзанайған аҙыҡ-түлек исемлегендә — сыр, аҡ май, һарыҡ ите, тауыҡ ите, дөгө, пастеризацияланған һөт, сусҡа ите, тоҙ, ҡарабойҙай, шәкәр һәм йомортҡа. Бер аҙнала улар 0,1-2,7 процентҡа осһоҙланған.

Ошо ваҡыт эсендә төбәктә һыйыр итенең (һөйәкһеҙ иттән тыш) генә хаҡы үҙгәрмәгән — бер килограмы 303 һум самаһы.

http://www.bashinform.ru/news/1117502-v-bashkirii-podorozhali-produkty/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть