Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.75 ↓

EUR 79.17 ↑

19 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

«Урал капиталы» банкының аҡса һалыусыларына түләүҙәр 1 марттан ҡалмай бирелә башлай

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Кисә, 15 февралдә, Рәсәй банкы «УралКапиталБанк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Өфөләге «Урал капиталы» коммерция банкының лицензияһын тартып алды. Аҡса һалыусыларҙың страховкаһы буйынса агентлыҡта кредит ойошмаға ҡарата страховка осрағы башланыуын хәбәр иттеләр.

Банктың аҡсаларҙы мотлаҡ страховкалау системаһында ҡатнашыу (реестр буйынса 473-сө) менән бәйле уның һәр аҡса һалыусыһы, шул иҫәптән шәхси эшҡыуарҙар вкладтар буйынса аҡсаһын ҡайтарыуға хоҡуҡлы. Ул аҡса һалыусыға банктағы, шул иҫәптән эшҡыуарлыҡ өсөн асылған бөтә иҫәптәре һәм вкладтары тулы күләмдә ҡайтарыла, әммә дөйөм алғанда 1,4 миллион һумдан күберәк түгел.

Страховка менән ҡапланмаған сумма беренсе сираттағы кредиторҙарҙың талаптарында банкты бөтөрөү барышында түләнәсәк. Сит ил валютаһындағы вкладтар 15 февралгә ҡарата Рәсәй банкы курсы буйынса һумда ҡайтарыласаҡ.

Түләүҙәр 1 марттан да ҡалмай түләнә башлаясаҡ. Алдан матбуғатта ғариза ҡабул итеү урыны, ваҡыты, формаһы, тәртибе хаҡында рәсми иғлан буласаҡ.

Граждандарҙан оператив рәүештә ғариза ҡабул итеү һәм тиҙ түләү өсөн Агентлыҡ банк-агенттар менән эш алып барырға ниәтләй. Уларҙы 2018 йылдың 21 февраленән дә ҡалмай конкурс нигеҙендә һайлайҙар.

Аҡса һалыусылар вклад буйынса зыянды ҡаплау тураһында ғаризаларҙы банкты бөтөрөү осоро барышында бирә ала.

Индерем буйынса түләүҙәрҙе ҡаплау тәртибе хаҡында өҫтәмә мәғлүмәтте Агентлыҡтың 8-800-200-08-05 ҡыҙыу элемтә телефоны буйынса, шулай уҡ сайттың «Вкладтарҙы страховкалау/Страховка осраҡтары» бүлегендә алырға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1117633-vyplaty-vkladchikam-banka-uralskiy-kapital-nachnutsya-ne-pozdnee-1-marta-2018-goda/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть