Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.92

EUR 76.07

10 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика халҡын «Башҡортостандың йәнле тәбиғәте» фотоконкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

Рәсәй география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе «Башҡортостандың йәнле тәбиғәте» фотоконкурсы башланыуы хаҡында иғлан итә. Конкурс йыл һайын республиканың айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең береһендә уҙғарыла. 2018 йылда был маҡсатта «Башҡортостан» милли паркы һайланған. Конкурста ҡатнашыусыларҙы фототурҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре көтә, 100 иң яҡшы эш тәбиғи паркка тапшырыласаҡ.

Конкурс ете номинацияла уҙғарыла: «Ватан панорамаһы», «Йәнле тәбиғәттә ғаилә», «Хайуандар ҡылана», «Тәбиғәт һәм кеше», «Баллы Башҡортостан», «Кадрҙа үҫемлектәр»,  «Башҡортостан» милли паркы». Бәйгелә бөтә теләүселәр – балалар, өлкәндәр, профессиональ фото төшөрөүселәр һәм һәүәҫкәрҙәр ҡатнаша ала.

Конкурс 2018 йылдың 15 февраленән 15 октябренә ҡәҙәр дауам итә. Унда ҡатнашыусыларға Рәсәй география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе сайтындағы махсус бүлектә үҙаллы фото урынлаштырырға кәрәк.

http://www.bashinform.ru/news/1117267-zhiteley-respubliki-priglashayut-k-uchastiyu-v-fotokonkurse-zhivaya-priroda-bashkortostana/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть