Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

«Яҡтыкүл» тау саңғыһы курорты — 23 февралдә ял итеү өсөн популяр урындар иҫәбендә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Tvil.ru торлаҡҡа бронь һалыу сервисы февраль байрамдарында Рәсәйҙә ял итеү урындары рейтингын төҙөгән. Тәүге өсәү иҫәбендә Башҡортостандың «Яҡтыкүл» тау саңғыһы курорты ла бар.

Тәүге урынды, ғәҙәттәгесә, «Красная поляна» менән Сочи ҡалаһы биләй. Икенсе урынға тикшереүселәр Кемеров өлкәһендәге «Шерегеш» туристик үҙәген ҡуйған.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: белгестәр 22 февралдән 28-нә тиклем ҡунаҡхана номерҙарына һәм шәхси коттедждарға бронь һалыуҙы иҫәпкә алған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 23 февралдә Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар көнө билдәләнә. 2018 йылда был байрам йомаға тура килә, шуға күрә рәсәйҙәр өс көн рәттән ял итә, 22 февралдә иһә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

http://www.bashinform.ru/news/1117260-gornolyzhnyy-kurort-v-bashkirii-bannoe-v-tope-populyarnykh-mest-dlya-otdykha-na-23-fevralya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть