Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 75.70 ↑

11 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан делегацияһын Рәсәйҙең «Сочи-2018» инвестиция форумында Рөстәм Хәмитов етәкләй

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостандың рәсми делегацияһын Рәсәйҙең «Сочи-2018» инвестиция форумында республика башлығы Рөстәм Хәмитов етәкләй. Форум 15-16 февралдә уҙа.

Республика етәксеһе «Төбәктәргә инвестиция – киләсәккә инвестиция» форумының пленар ултырышында, Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведевтың төбәк башлыҡтары менән осрашыуында ҡатнаша, шулай уҡ төбәктәге моноҡалаларҙа йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрен булдырыу тураһында доклад менән сығыш яһай.

Форум барышында бер нисә ҙур компания һәм сәнәғәт предприятиелары менән инвестиция килешеүҙәренә, шулай уҡ Рәсәй төбәктәре һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән хеҙмәттәшлек хаҡында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу күҙаллана.

Делегацияның эш программаһында эшлекле осрашыуҙар, панель дискуссиялар, төбәктәрҙе социаль-иҡтисади үҫтереү, ил төбәктәренең инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыу, төбәк бюджеттарын формалаштырыу, дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдарын файҙаланыу, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам кеүек төп мәсьәләләр буйынса түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашыу ҡаралған.

Форум барышында ойошторолған инвестиция күргәҙмәһендә Башҡортостандың осрашыуҙар индустрияһына арналған экспозицияһы тәҡдим ителә.

Рәсәйҙең «Сочи» инвестиция форумы – ил төбәктәренең инвестиция мөмкинлектәрен үҫтереү өсөн традицион майҙансыҡ ул. Форум Рәсәй Хөкүмәте булышлығында йыл һайын уҙғарыла.

Быйылғы форумдың төп темаһы – «Киләсәк образын формалаштырыу». Программа «Яңы төбәк сәйәсәте: идара итеүҙе камиллаштырыу», «Төбәктәрҙә эшҡыуарлыҡ. Яңы импуль өҫтәү» һәм «Йәшәү сифатын яҡшыртыу» тигән өс блоктан тора. Ғәҙәттәгесә, форумда федераль власть органдары етәкселәре, төбәк башлыҡтары, ҙур компания вәкилдәре, билдәле эксперттар ҡатнаша.

http://www.bashinform.ru/news/1117416-rustem-khamitov-vozglavil-delegatsiyu-bashkortostana-na-rossiyskom-investforume-sochi-2018/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть