Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.61 ↓

EUR 73.61 ↑

21 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Республиканың Экология министрлығы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙары һайлай

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

15 февралдә Башҡортостандың Экология министрлығы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторҙарын һайлауға конкурс иғлан итә. Был турала журналистар менән осрашыуҙа министр Илдар Һаҙыев хәбәр итте. 1 майға ведомство килешеү төҙөргә, 2019 йылдан система эшләй, шул иҫәптән халыҡтан түләүҙәр ҡабул итә башларға тейеш.

«Алдан сүп-сарҙы полигондарҙа йыйыу уларҙы берҙән-бер утилләштереү алымы булды. Хәҙер эшкәртеү менән шөғөлләнгән эшҡыуарлыҡ ҡатнашлығы ҡаралған, әлбиттә, был өлкәне дәүләт контроленән ситтә ҡалдырырға ярамай», — тип билдәләне тәбиғәттән файҙаланыу министры.

Республикала 48 ҙур ҡаты коммуналь ҡалдыҡ полигондары тирәләй сүп-сарҙы эшкәртеү буйынса 153 предприятие йыйылған. «Йәғни, башҡа төбәктәрҙән айырмалы рәүештә, республикала башланғыс майҙансыҡ бар, бында нигеҙҙән алып эшләргә тура килмәйәсәк», — тип аңлатма бирҙе Илдар Һаҙыев.

http://www.bashinform.ru/news/1117080-minekologii-bashkirii-obyavlyaet-konkurs-na-otbor-regionalnykh-operatorov-po-obrashcheniyu-s-tko/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть