Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.48 ↓

19 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Кызыл таң» гәзитенең 100 йыллығына «Хистәремде ҡулъяулыҡҡа сигәм» халыҡ оҫталары конкурсы үтә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфө «Нур» дәүләт татар театрында «Хистәремде ҡулъяулыҡҡа сигәм» конкурсының финалы үтә. Ҡул эштәре буйынса конкурсты «Кызыл таң» гәзите иғлан итте.

15 февралдә театрҙың ҙур залы фойеһында халыҡ оҫталарының конкурс эштәренән торған күргәҙмә эшләй. Экспозицияла республиканың төрлө район-ҡалалары оҫтабикәләре сигеп ебәргән 50-ләгән ҡулъяулыҡ тәҡдим ителә.

Күргәҙмә «Кызыл таң» гәзитенең 100 йыллығына арналған. Ҡатнашыусылар эштәре, уларҙың тарихы менән таныштырасаҡ, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарасаҡ һәм жюри финалсыларҙы билдәләйәсәк. Сара милли йолаларҙы һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән.

«Үҙ ҡулдарың менән сигелгән ҡулъяулыҡты бүләк итеү – иң матур милли йолаларҙың береһе. Сигелгән ҡулъяулыҡ мөхәббәт һәм тоғролоҡ билдәһе булып иҫәпләнә. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илдар Вәлиев Наил Ғәйетбаевтың драмаһы буйынса ҡуйған «Балкондан төшкән мөхәббәт» комедияһы хистәр менән бәйле күргәҙмәнең дауамы буласаҡ», — тип хәбәр итте сараны ойоштороусыларҙың береһе, журналист Айгөл Юлъяҡшина.

Сара киске сәғәт 6-ла башлана.

http://www.bashinform.ru/news/1117112-v-ufe-k-100-letiyu-gazety-kyzyl-tan-prokhodit-konkurs-narodnykh-umeltsev-moi-chuvstva-na-platochke/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть