Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.23

EUR 73.72

25 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Үҙәк банк Өфөләге «Урал капиталы» банкының лицензияһын тартып алды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Рәсәй банкы 15 февралдә «УралКапиталБанк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Өфөләге «Урал капиталы» коммерция банкының лицензияһын тартып алды.

Яйға һалыусы сайтында хәбәр ителгәнсә, «Урал капиталы» банкы шулай уҡ «кредиторҙарҙың һәм аҡса һалыусыларҙың мәнғәфәттәрендә реаль хәүеф барлығын иғтибарға алып», «банк эшмәкәрлеген көйләүсе федераль закондарҙы» үтәмәгәне өсөн ошондай ҡарар ҡабул ителде.

Банк «Урал капиталы» хужаһының бизнесы менән бәйле компанияларҙы кредитлауға иҫәп тотоп, хәүефле бизнес-моделен файҙаланған.

«Урал капиталы» активтар дәүмәле буйынса Рәсәйҙең банк системаһында 225-се урынды биләгән. Банкка ваҡытлыса хакимиәт тәғәйенләнгән. «Урал капиталы» һалынған аҡсаны страховкалау системаһында ҡатнаша.

http://www.bashinform.ru/news/1117353-tsentrobank-otozval-litsenziyu-u-ufimskogo-banka-uralskiy-kapital/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть