Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.42 ↓

EUR 75.21 ↑

13 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

«Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы — 2018» конкурсы еңеүселәре иғлан ителде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Шаршамбы, 14 февралдә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залының төп сәхнәһенә күтәрелгән уҡытыусылар – иң яҡшылары. «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы — 2018» ҡала конкурсында ҡатнашыр алдынан һәр уҡытыусы педагогик оҫталыҡ бәйгеһенең район конкурсынан үтте һәм унда еңеп сыҡты.

21-се тапҡыр уҙған баш ҡала конкурсы «эссе», «методик семинар», «дәрес биреү», «оҫталыҡ дәресе», «белем биреү проекты», «түңәрәк өҫтәл» кеүек бер нисә турҙан торҙо.

Бөтә конкурс һынауҙарының йомғаҡтары буйынса төрлө номинацияларҙа лауреаттар һәм еңеүселәр иғлан ителде.

39-сы гимназияның инглиз теле уҡытыусыһы Эмма Сәфиуллина Өфөнөң иң яҡшы уҡытыусыһы тип танылды. «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы — 2018» төп конкурсы еңеүсеһенән тыш, абсолют еңеүсе аталды. Был исемгә 51-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Елена Исакова лайыҡ булды. 5-се лицейҙан Нурзилә Нәҙерғолова – иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 98-се лицейҙан Ирина Сәмиғуллина – иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. «Педагогик дебют» номинацияһында 141-се урта белем биреү мәктәбенең информатика уҡытыусыһы – Марат Юламанав, «Педагогик өмөт» номинацияһында 100-сө урта белем биреү мәктәбенән Зөлфиә Йылҡыбаева (башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында) еңде.

http://www.bashinform.ru/news/1117205-v-ufe-obyavili-pobediteley-konkursa-uchitel-goda-stolitsy-bashkortostana-2018/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть