Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 78.07 ↓

22 сентябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда балаларын янғындан ҡотҡарған саҡта әсәнең тәне бешкән

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

15 февралдә Өфө районында теркәлгән янғын бер кешенең ғүмерен өҙҙө. Таңғы сәғәт 6-сы 9 минутта «Сирень» коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтенең дежур бүлегенә ут сығыуы тураһында хәбәр килә. Ваҡиға урынына өс махсус машина һәм туғыҙ янғын һүндереүсе ебәрелә.

Республика Ғәҙәтттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, янғын һөҙөмтәһендә бүрәнә йорт, гараж һәм «Лада Приора» автомобиле зыян күрә. 6 тула 21 минуттан тигәндә ҡыҙыл әтәсте ауыҙлыҡлайҙар. Әле янғынды һүндереү буйынса эштәр дауам итә.

«Ваҡиға урынына фажиғә сәбәптәрен асыҡлау өсөн тәфтиш-оператив төркөм, шул иҫәптән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәре ебәрелгән», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Сығанаҡ мәғлүмәте буйынса, утта 65 йәшлек ир һәләк булған. Өйҙө ялмап алған ут эсенән бәләкәй балаларын сығарған саҡта уның 32 йәшлек ҡыҙының тәне бешкән. Ҡатын ҡаланың 18-се дауаханаһына оҙатылған.

http://www.bashinform.ru/news/1117334-v-bashkirii-mat-spasaya-iz-goryashchego-doma-dvoikh-detey-poluchila-ozhogi/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть