Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.50 ↑

EUR 75.61 ↑

12 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың 90 йыллығына арналған Хәтер кисәһе үтә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе үтә. Сара 26 февралдә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында була.

Сара режиссеры Хөрмәтулла Үтәшев хәбәр итеүенсә, «Хушығыҙ, хыялдарым», «Ул ҡайтты» спектаклдәренән өҙөктәр, Олег Ханов, Хөрмәтулла Үтәшев башҡарыуында шиғырҙар, шағирҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙар, шул иҫәптән легендар актерҙар Нурия Ирсаева һәм Фидан Ғафаров башҡарыуында күренекле Заһир һәм Ғәлиә дуэты башҡарыласаҡ.

Театрлаштырылған музыкаль тамашала М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры артистары Сара Буранбаева, Светлана Хәкимова, Илһөйәр Ғәзетдинова, Сәғиҙулла Байегетов, Алһыу Бәхтиева, Артур Ҡунаҡбаев, Морат Рафиҡов, Милена Сираева, Илсур Байымов, Алһыу Ғәлина, Руслан Хайсаров, Римма Ҡаһарманова; Өфө «Нур» татар дәүләт театры артистары Резеда Фәхруллина, Айнур Баянов, Илшат Салауатов, шулай уҡ Тәтешле районы һәүәҫкәрҙәре ҡатнашасаҡ.

Сараға инеү бушлай. Ойоштороусылар – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Тәтешле районы хакимиәте.

Әнғәм Атнабаев – РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Ғәлимов Сәләм исемендәге республика премияһы лауреаты. 1928 йылдың 23 февралендә Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылында тыуған. Әнғәм Атнабаев әҙәбиәткә XX быуаттың 50-се йылдарында килә. Уның «Йөрәк менән һөйләшеү» исемле тәүге шиғыр йыйынтығы 1958 йылда донъя күрә. Ул шулай уҡ «Йәшлек менән осрашыу» (1961), «Мин һиңә өндәшәм» (1963), «Мөхәббәтем, һағышым» (1968), «Йөрәгем юлдары» (1971), «Һин һәр саҡ минең менән» (1972), «Йылдар йырҙар ҡалдыра» (1975), «Еҙ ҡыңғырау» (1978) кеүек 20-нән ашыу шиғыр һәм поэма китаптары авторы. Әнғәм Атнабаевтың драматургия жанрында ла ижади емештәре байтаҡ: шағир «Ул ҡайтты», «Әсә хөкөмө», «Йәйҙең һуңғы көнө» (1961), «Игеҙәктәр», «Законлы никах менән!», «Шоңҡар» (1977), «Мөхәббәт тураһында йыр» (1968), «Ут» (1974) драмалары авторы. Уның пьесалары күп йылдар дауамында республика театрҙары сәхнәләрендә ҡуйылды һәм тамашасыларҙың һөйөүен яулап алды.

http://www.bashinform.ru/news/1117318-v-ufe-sostoitsya-vecher-pamyati-posvyashchennyy-90-letiyu-narodnogo-poeta-bashkortostana-angama-atna/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть