Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43 ↑

EUR 75.38 ↑

15 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Урал форумында финанс өлкәһенең мәғлүмәти именлеге тикшерелә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың Әбйәлил районында, «Яҡтыкүл» курорты биләмәһендә, «Финанс өлкәһенең мәғлүмәти именлеге» Урал форумы асылды.

Йыл һайын уҙғарылған форумдың инициаторы – Рәсәй Хөкүмәте аппараты, Дәүләт Думаһы, Рәсәй Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, Эске эштәр министрлығы, Федераль именлек хеҙмәте, Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар буйынса федераль хеҙмәт, Федераль элемтә агентлығы һәм Рәсәй ФСТЭК идаралығы булышлығында Рәсәй банкы.

«Ошо йылдар эсендә Урал форумы мәғлүмәти именлек өлкәһендә абруйлы экспорт майҙансыҡҡа әйләнде. Нәҡ мәғлүмәти именлек һанлы иҡтисад үҫешенең төп факторҙарының береһе булып тора», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов. Уның мөрәжәғәтен бөгөн асылған юбилей форумында ҡатнашыусыларға уҡып ишеттерҙеләр.

«Хәүефһеҙлек, мәғлүмәти именлек системаһының тотороҡло эше стратегик тәғәйенләнешкә эйә. Электрон документтарҙың ситкә китеүе бөтәбеҙ өсөн дә бик ҡаты эҙемтәләргә килтереүе мөмкин», — тип форумда белдерҙе Рәсәй банкы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Скобелкин.

Тотош 2017 йылда «Кобальт Страйк» енәйәтсел төркөмдөң кәмендә 21 һөжүме теркәлгән. Тик 11 һөжүме уңышлы булған. Урланған аҡса 1,156 миллиард һумдан артҡан. Ошондай мәғлүмәттәрҙе форумда Дмитрий Скобелкин уҡып ишеттерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, яҡын ваҡытта Рәсәй банкының Мәғлүмәти именлек департаменты булдырыласаҡ. Ул финанс ойошмаларҙың кибертотороҡлолоҡ компетенциялары үҙәге буласаҡ.

Бынан тыш, быйыл Рәсәй банкы мәғлүмәти именлек буйынса милли стандарттар проектын әҙерләргә ниәтләй. Уларҙың береһе 2019 йылдың 1 июлендә ғәмәлгә инә. Был милли стандарт финанс-кредит өлкәһе ойошмаларында мәғлүмәтте һаҡлау алымын билдәләйәсәк.

Тағы ла бер йүнәлеш – киберименлек белгестәрен әҙерләү системаһын камиллаштырыу. Шулай уҡ яҡын ваҡытта бындай белгестәрҙе әҙерләү буйынса һөнәри стандарт уйлап сығарыу эше алып барыласаҡ, тип өҫтәне Рәсәй банкы рәйесе урынбаҫары.

Урал форумы үҙ эшен 16 февралгә саҡлы дауам итәсәк.

http://www.bashinform.ru/news/1116212-v-bashkirii-na-uralskom-forume-obsuzhdaetsya-informatsionnaya-bezopasnost-finansovoy-sfery/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть