Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.92

EUR 76.07

10 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Киләһе йылдан Стәрлетамаҡта һөт фабрикаһы – балалар туҡланыуы кухняһы эшләй башлай

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Киләһе йылдан Стәрлетамаҡта һөт фабрикаһы – балалар туҡланыуы кухняһы эшләй башлай. Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетының тейешле проект башланғысы кисә Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында хуплау тапты.

Проект һөт ризыҡтарында: һөттә, эремсектә, ҡатыҡта һәм башҡа әсетелгән аҙыҡ-түлектә өс йәшкәсә ике мең самаһы баланың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тейеш, тип хәбәр иттеләр төбәк Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән. Дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Нина Фазылова һүҙҙәренсә, Стәрлетамаҡтан тыш, һөт кухняһы Салауат, Күмертау ҡалаларын, Ишембай һәм Мәләүез райондарын хеҙмәтләндерәсәк. Урындағы тауар етештереүселәрҙән сеймал алыу күҙаллана, ул аҙыҡ-түлек һатыу баҙарының тотороҡлоғон тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Өс йәшкәсә бала тарбиәләгән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә электрон аҙыҡ-түлек картаһы аша адреслы аҙыҡ-түлек ярҙамы системаһы ярҙамында һатыу күҙаллана.

Проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 19,3 миллион һум бүлеү ҡаралған. Кәмендә 15 эш урыны булдырыласаҡ. Киләсәктә сығарыласаҡ тәбиғи сифатлы һөт продукцияһы менән дөйөм һәм мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары, ваҡлап һатыу предприятиелары тәьмин ителәсәк.

http://www.bashinform.ru/news/1115785-v-sleduyushchem-godu-v-sterlitamake-zarabotaet-molochnaya-fabrika-kukhnya-detskogo-pitaniya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть