Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43 ↑

EUR 75.38 ↑

15 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда алтын ятҡылығы табылған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Башҡортостандың Хәйбулла районында геологтар «алтын» ер участкаһы тапҡан. Белгестәр ҡиммәтле металл ятҡан урынды Новопетровск майҙаны сиктәрендә билдәләгән. Участканы өйрәнеү буйынса эштәр 28 квадрат саҡрым майҙанда уҙғарылған.

«346-510 метр тәрәнлектә билдәләү, аналитика һәм геофизик эштәр менән берлектә эҙләнеү скважиналары бырауланған. Метасоматик үҙгәргән серицит-хлорит-кварц тоҡомо ҡалынлығында күп ҡатламлы юлаҡлы-бөрсөклө, ҡуйы бөрсөклө һәм тотош, ҙур баҡыр-колчеданлы мәғдән ятҡылығы асыҡланған», — тип хәбәр ителә «Рәсәй геологтары»ның рәсми сайтында.

Хәҙер рәсми органдар алтын сығарыуға лицензия алырға, шахталар ҡаҙырға ниәтләнә. Холдингта иҫәпләүҙәренсә, етештереүҙең килемлелеге 16,3 процент тәшкил итәсәк.

http://www.bashinform.ru/news/1115265-v-bashkirii-nashli-mestorozhdenie-zolota/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть