Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.42 ↓

EUR 75.21 ↑

13 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Күмертауҙа йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты статусына туғыҙынсы дәғүәсенән ғариза ҡабул ителде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Күмертауҙа юридик берәмектәрҙең йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты статусын алыуға ғаризаларын ҡарау буйынса комиссия «Южурал-Ойл» етештереү компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең документтар пакетын ҡараны. Компания нефть һәм газ сәнәғәте өсөн кронблок менән телескопик мачталар — скважиналарҙы быраулау өсөн кәрәкле ҡорамал етештерергә ниәтләй.

Рәсәйҙә телескопик мачталарҙы ике предприятие ғына етештерә. Проектта 22 миллион һум күләмендә капитал һалыуҙар һәм 50 эш урыны булдырыу ҡаралған. Проект контракт менән тәьмин ителгән дә инде, был продукцияның мөһим булыуын раҫлай. Комиссия ыңғай ҡарар ҡабул итте, документтар Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығына ҡарауға ебәрелә, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенән. Ул ҡабул ителгән осраҡта, «Южурал-Ойл» «Күмертау» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең туғыҙынсы резиденты булырға тейеш.

http://www.bashinform.ru/news/1114946-v-kumertau-prinyali-zayavku-ot-devyatogo-pretendenta-na-status-rezidenta-toser/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть