Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.31 ↑

EUR 74.85 ↑

24 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда табиптарҙың, уҡытыусыларҙың һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы билдәле булды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанстат 2017 йылда республикала бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы буйынса мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарҙы.

Статистар мәғлүмәте буйынса, табиптарҙың уртаса хеҙмәт хаҡы яҡынса 48,2 мең һум тәшкил иткән.

Уҙған йылдың ғинуар-декабрь айҙарында урта медицина персоналының эш хаҡы — 25 мең һумдан, кесе медицина персоналының иһә 20,5 мең һумдан ашҡан.

Балалар баҡсалары тәрбиәселәренең хеҙмәт хаҡы ла яҡынса шул кимәлдә — уртаса 23,6 мең һум.

Дөйөм белем биреү ойошмалары уҡытыусылары 2017 йылда айына — 27,8 мең һум самаһы, балаларға өҫтәмә белем биреү ойошмаларында эшләгән педагогтар 25,6 мең һум алған.

Урта махсус уҡыу йорттары уҡытыусылары ай һайын 26,5 меңгә яҡын аҡса эшләгән.

Вуз уҡытыусыларының уртаса хеҙмәт хаҡы ике тапҡырға тиерлек күберәк — айына 52,5 мең һумдан ашыу.

Ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы былтыр айына 40,6 мең һумдан ашҡан.

Мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ социаль хеҙмәткәрҙәр барыһынан да аҙыраҡ алған — 24,1 һәм 21,8 мең һум.

http://www.bashinform.ru/news/1114436-v-bashkirii-stala-izvestna-zarplata-vrachey-uchiteley-i-rabotnikov-kultury/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть