Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.55

EUR 69.86

15 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә күренекле музыкант Роберт Заһретдиновтың юбилейына «Виртуоз…» фильмының исем туйы уҙа

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә танылған музыкант Роберт Заһретдиновтың юбилейына арналған «Виртуоз…» фильмының исем туйы була. Документаль картина «Башҡортостан» киностудияһында артистың тыуыуына 85 йыл тулыуға уңайынан төшөрөлгән.

Сара 7 мартта Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙа. Фильмдың режиссеры һәм операторы — Радик Килмәмәтов.

Роберт Заһретдинов — күренекле музыкант һәм педагог, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы». Ул башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ҡумыҙ менән бөтә донъяны иңләп сыҡты.

Роберт Заһретдинов 1991 йылда Яҡутскиҙа Бөтә донъя традицион халыҡ инструменттары фестивалендә «Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы», 1998 йылда иһә Австрияла халыҡ-ара фестивалдә «Ҡумыҙ буйынса халыҡ-ара класлы оҫта» исеменә лайыҡ була. Был дәрәжә уға Австрия, Бельгия, Болгария, Голландия, Польша һәм Швейцарияның музыка уҡыу йорттарында оҫталыҡ дәрестәре алып барыу мөмкинлеген бирә. Роберт Заһретдинов Германия, Италия, Монголия, Норвегия, Швейцария, Финляндия илдәрендә лә гастролдәрҙә булды.

Өфөләге 2-се музыка-педагогия училищеһында эшләгән осорҙа ул ҡумыҙҙы камиллаштыра, уның төрлө төрҙәрен: ағас, ҡыңғыраулы, электрон ҡумыҙҙар яһай. Ул төрлө йылдарҙа ҡумыҙ төрҙәрен уйлап табыуға дәүләт патенттарын ала.

http://www.bashinform.ru/news/1113926-v-ufe-k-yubileyu-vydayushchegosya-muzykanta-roberta-zagretdinova-sostoitsya-prezentatsiya-filma-virt/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть