Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.55

EUR 69.86

15 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә химия фәндәре докторы, профессор Урал Имашев яҡты донъянан китте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Ил ғилеме ҙур юғалтыу кисерҙе. 2018 йылдың 3 февралендә 74-се йәшендә күренекле ғалим, фәнде һәләтле ойоштороусы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ғәмәлдәге ағзаһы, химия фәндәре докторы, профессор Урал Имашев яҡты донъянан китте.

Урал Булат улы Имашев 1945 йылдың 17 ғинуарында Башҡорт АССР-ның Учалы районы Учалы ҡасабаһында тыуған. 1968 йылда Өфө нефть институтын тамамлағандан һуң юғары уҡыу йортонда нефть химияһы синтезы кафедраһында кесе, аҙаҡтан өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһында эшләй башлай. Данлыҡлы ғалим Д.Л Рәхмәнғоловтың цикл ацеталдәре химияһы ғилми мәктәбенең тәүге уҡыусыларының береһе була. 1973 йылда – кандидатлыҡ, 1980 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1981 йылда Урал Булат улы Өфө нефть университетының органик химияһы кафедраһын етәкләй, аҙаҡтан ул физик һәм органик химияһы кафедраһы тип үҙгәртелә, уның менән әлегә саҡлы етәкселек итте. 1991-1992 йылдарҙа Урал Имашев Өфө дәүләт нефть техник университетының уҡыу эштәре буйынса проректоры вазифаһында эшләй. 1991 йылдан – республиканың Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, 1995 йылдан – ғәмәлдәге ағза. 1992-1997 йылдарҙа Башҡортостандың нефть химияһы һәм эшкәртеү институтын (хәҙерге – Башҡортостан Республикаһы Нефть химияһы һәм эшкәртеү институты) етәкләй. 1992 йылда республиканың Д.И Менделеев исемендәге Химиктар союзы рәйесе итеп һайлана. 2008 йылдан «Башкирский химический журнал» тип аталған баҫманың баш мөхәррире булып эшләй.

Урал Булат улы 350-нән ашыу ғилми хеҙмәт һәм 75 патент авторы. Уның ғилми-ғәмәли эшмәкәрлек һөҙөмтәләре сәнәғәттә юғары кимәлдәге файҙалы иреткестәр, пластификаторҙар, коррозия ингибаторҙары етештереүгә индерелгән. Ул яңы катализаторҙар һәм тулҡынлы резонас тәьҫирен ҡулланып, мазут эшкәртеү процесының ғилми нигеҙҙәрен һәм технологияһын уйлап сығарған.

Ил ғилеме үҫешенә ҙур өлөш индергәне, нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте өсөн юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләгәне өсөн Урал Имашев Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, «Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ.

Күренекле ғалим, фәнде ойоштороусы, һәләтле етәксе, ябай һәм иҫ киткес кеше – Урал Булат улы Имашев хаҡында яҡты иҫтәлек йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ.

http://www.bashinform.ru/news/1113848-v-ufe-ushel-iz-zhizni-doktor-khimicheskikh-nauk-professor-ural-imashev/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть