Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.53 ↓

EUR 75.92 ↑

17 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Туймазы районында яңы һөтсөлөк мегафермаһы төҙөлөүе мөмкин

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Туймазы районына эш сәфәре барышында колбаса ризыҡтарын етештереүгә махсуслашҡан «Егетәк» ит комбинатының эше менән танышты.

Һуңғы йылдарҙа Туймазылағы «Сава» ит комбинаты партнеры булған предприятиела күләмле технологик яңыртыу үткәрелде, продукцияның ассортименты ҡаралды. Әлеге ваҡытта сеймалды урындағы ауыл хужалығы етештереүселәренән һатып алалар.

Ит комбинатында ике шәхси малсылыҡ хужалығы бар. «Хәләл» йүнәлешендәге продукция сығарыу өсөн ит эшкәртеү цехын киңәйтә башлағандар.

Рөстәм Хәмитов комбинаттың етештереү биналарын ҡарап сыҡты, ит эшкәртеү мөмкинлектәре, заманса аҙыҡ-түлек исемлегенә баҙар ихтыяжы, предприятиены үҫтереү мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды. Директор Олег Удников һүҙҙәренсә, киләсәктә ит, һыйыр һәм йылҡы итенән ризыҡтар һатырға ниәтләйҙәр.

– «Сава» комбинатының яңы хәләл производствоһын ҡараныҡ. Был ошо предприятиеның мөмкинлектәрен файҙаланыу һәм технология йәһәтенән яңы аҙым икәнлеген аңлайбыҙ. Ошоларҙың һәммәһе лә һәйбәт тәьҫир ҡалдыра, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бынан тыш, комбинат һөт ризыҡтарын етештерә башларға ниәтләй һәм яңы, 4,5-5 мең һауын һыйырына иҫәпләнгән ҙур һөтсөлөк фермаһын төҙөү проектын ҡарай. Әгәр килеп сыҡһа, беҙ, әлбиттә, ярҙам итербеҙ.

http://www.bashinform.ru/news/1112480-v-tuymazinskom-rayone-mozhet-poyavitsya-novaya-molochnaya-megaferma/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть