Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.50 ↑

EUR 75.61 ↑

12 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Moody’s Investors Service агентлығы Башҡортостан рейтингы буйынса прогнозды яҡшыртты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостан Республикаһының оҙайлы кредит рейтингы «Ва2» кимәлендә раҫланды, прогноз «Тотороҡло»нан «Ыңғай»ға үҙгәртелде. Moody’s Investors Service халыҡ-ара рейтинг агентлығы 29 ғинуарҙа ошондай ҡарар сығарҙы.

Аналитиктар баһаһы буйынса, республика рейтингы бюджет тигеҙләнеше күрһәткестәренең юғары кимәлен сағылдыра. Төбәктең кредитҡа һәләтле булыуын билдәләгән төп факторҙар — бурыс йөкләмәһе кимәленең түбәнлеге, консерватив бюджет сәйәсәте, шулай уҡ иҡтисадтың тотороҡло үҫеше.

Шулай итеп, әле Башҡортостан Татарстан, Ханты-Манси автономиялы округы һәм Мәскәү өлкәһе менән бер кимәлдәге кредит рейтингына эйә.

http://www.bashinform.ru/news/1110929-agentstvo-moody-s-investors-service-povysilo-prognoz-po-reytingu-bashkortostana/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть