Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.92

EUR 76.07

10 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рәсәй халҡының кредиттары бер йылда 37 процентҡа артҡан

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Берләшкән кредит бюроһы мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылда рәсәйҙәр 5,68 триллион һумлыҡ кредит алған. 2016 йылда заем суммаһы 4,14 триллион (+37 %) тәшкил иткән. Кредиттар һаны 31,2 миллиондан 34,8 миллион һумғаса 12 процентҡа артҡан.

Үҫеш тиҙлеге буйынса кредит карталары өлкәһе алдынғы булған – бер йылда карталар буйынса кредитлау күләме 48 процентҡа, 544,5 миллиард һумға саҡлы үҫкән. Граждандарға бирелгән заемдар суммаһы 12,2 триллион һум тәшкил иткән.

Яңы ипотека кредиттары иҫәбе бер йылда – 30 процентҡа, аҡсалата күләмдәр 42 процентҡа артҡан. Былтыр дөйөм 1,79 триллион һумдан ашыуға 959,24 мең ипотека кредиты бирелгән (бер йыл элек 1,26 триллионға 735, 53 мең кредит бирелгән). Яңы ипотека кредитының уртаса күләме 9 процентҡа күтәрелгән: 1,71-ҙән 1,87 миллион һумға тиклем.

Шул арала, рәсәйҙәрҙең килеме дүртенсе йыл кәмей бара, 2017 йылда ул 1,7 процентҡа аҙайған, тип хәтергә төшөрә The Bell. Йыйылған аҡсалары булған граждарҙың өлөшө августан сентябргәсә 39 проценттан 31-гә хәтлем түбәнәйгән. Һаҡлауҙа аҡсалары булмағандарҙың өлөшө шул 8 процентҡа күтәрелгән – 59-67 %.

http://www.bashinform.ru/news/1110853-zakreditovannost-rossiyan-vyrosla-za-god-na-37/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть