Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.18 ↑

EUR 76.72 ↓

21 август, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө шорт-трексыһы Семен Елистратов: «Пхенчханға уңышҡа өлгәшер өсөн барам»

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Уҙған көндәрҙә Рәсәй йыйылмаһына ил символикаһы төшөрөлмәгән олимпия формаһын бирҙеләр. Экипировка үҙәгенә беренселәрҙән булып ингән спортсылар араһында Өфө шорт-трексыһы Семен Елистратов булды. Яҡташыбыҙҙың Көньяҡ Кореялағы Олимпиадаға кәйефе күтәренке. Ошо хаҡта ул «Р-Спорт»ҡа интервьюла белдерҙе.

«Азияла сәғәт бүлкәтенең алмашыныуын кисерәбеҙ, әммә профессиональ спортсы булараҡ был һорауға һорау менән генә яуап бирә алам: ә ниңә, мин һайлай аламмы? Мин уңышҡа өлгәшер өсөн барам», — тип баҫма Елистратовтың телмәренән өҙөмтә килтерә.

«Ҡайһы берҙә теләһе ниндәй күңелһеҙ хәлдәр сығырҙан сығара, әммә был тормош, уларһыҙ булмай», — тип аңлатты шорт-трексы.

Өфө спортсыһы һүҙҙәренсә, Пхенчханда уның яңы ярышташтары юҡ. Әммә ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, шулай ҙа рәсәйҙәргә корейсылар конкуренция буласаҡ.

http://www.bashinform.ru/news/1107229-ufimskiy-short-trekist-semen-elistratov-ya-edu-v-pkhenchkhan-chtoby-sdelat-rezultat/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть