Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 68.22 ↑

EUR 77.65 ↓

14 август, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Ғаилә йылына арналған саралар уҙа

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Туймазы районы уҡыусылары «Кесе ватаным» тигән район тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү уҡыуҙарына әүҙем әҙерләнә башланы. Был сара ғәҙәттәгесә Нөркәй ауылы урта белем биреү мәктәбендә уҙа. Быйыл уҡыуҙар етенсе тапҡыр үтә һәм Башҡортостан Республикаһындағы Ғаилә йылына һәм Рәсәй Федерацияһындағы Ирекмән йылына арнала.

Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йәш бәйгеселәрҙең тикшеренеү эштәре түбәндәге йүнәлештәрҙә һәм номинацияларҙа баһаланасаҡ: «Улы — атаһы — олатаһы — Ватан», «Ғаилә һәм минең планета. Сәйәхәттәр географияһы», «Алдыңда тубыҡланам», «Китаптарҙың тәрән мәғәнәлелеге ғаиләне берләштерә ала», «Ғаилә — йолалар һаҡлаусыһы», «Һин ирекмән булып яҙылдыңмы?!», «Ирекмән — ул ғорур яңғырай!», «Ғаилә бәхете нигеҙе».

http://www.bashinform.ru/news/1107089-v-bashkirii-prokhodyat-meropriyatiya-posvyashchennye-godu-semi/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть