Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.30 ↓

EUR 75.37 ↓

23 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙә мәктәп хәүефһеҙлегенә берҙәм талаптар индерелә

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Рәсәй мәктәптәрендә һаҡлауҙа махсуслашҡан шәхси һаҡ предприятиелары барлыҡҡа килеүе ихтимал. Бынан тыш, белем биреү ойошмалары хәүефһеҙлеген тәьмин итеү милли стандарты әҙерләнеүе мөмкин, ә мәктәп һаҡсыһы һөнәри стандарты мотлаҡ булыуы ихтимал. Был турала «Известия» гәзите хәбәр итә хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы эш итеү буйынса Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе урынбаҫары Анатолий Выборныйға һылтанып.

Әлеге ваҡытта социаль мөһим объекттарҙы, шул иҫәптән мәктәптәрҙе һаҡлау өлкәһендә ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса махсус эшсе төркөм ойоштороу мөмкинлеге өйрәнелә. Ҡатнашыуға ҡыҫылышы булған бөтә ведомстволар: Рәсәй гвардияһы, Федераль именлек хеҙмәте, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Эске эштәр министрлығы, шулай уҡ һаҡ берләшмәһе вәкилдәре саҡырыласаҡ.

2015 йылдың декабрендә Хеҙмәт министрлығы һөнәри стандарттар ҡабул итте, әммә улар кәңәш формаһын йөрөтә һәм хәҙер Мәскәү биләмәһендә генә ғәмәлгә ашырыла, тип хәтергә төшөрҙө депутаттар.

Был һорау менән Дәүләт Думаһында Пермь крайындағы һәм Бүрәт республикаһындағы хәлдәрҙән һуң шөғөлләнә башланылар. Пермдә уҡыусыларға һөжүм иткән кешенең мәктәпкә инеүгә рөхсәте булмаған, ә Улан-Удэла, киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре буйынса, уҡыу йортон вахтер һаҡлаған.

Белгестәр фекеренсә, киләсәктә ҡабул ителәсәк саралар һөҙөмтәһендә хеҙмәттәр сифаты ярайһы уҡ күтәреләсәк.

http://www.bashinform.ru/news/1107087-v-rossii-vvedut-edinye-trebovaniya-k-bezopasnosti-shkol-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть