Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.94

EUR 73.17

21 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Тағы ла бер авиакомпания Өфөнән Сочиға билеттар һатыла башлауы хаҡында иғлан итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

2018 йылдың 20 июненән 5 сентябренә тиклем Өфө-Сочи-Өфө маршруты буйынса даими рейстарҙы «КрасАвиа» авиакомпанияһы башҡара.

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, осоштар Як-42 һауа судноһында аҙнаһына өс тапҡыр: дүшәмбе, шаршамбы һәм йома көндәренә планлаштырылған. Пассажирҙарға уңайлы булһын өсөн самолет Өфөнән һәм Сочиҙан кискә ҡарай юлға сыға. Билет хаҡына һәр пассажирға 20 килограмм багажды бушлай ташыу инә. Балалар өсөн тарифтан 30 процент күләмендә ташлама ҡаралған.

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты — илдең ISAGO (IATA Safety Audit for Ground Operations) етештереү стандарттарына тап килеүен раҫлаған  тәүге төбәк аэропорты. Аэропорттың хеҙмәттәре менән 40-тан ашыу Рәсәй һәм сит ил авиакомпаниялары файҙалана, аэропортта ике осоу-ултырыу һыҙаты һәм ике терминалдан торған аэровокзал бар.

http://www.bashinform.ru/news/1107063-eshche-odna-aviakompaniya-obyavila-o-nachale-prodazh-biletov-iz-ufy-v-sochi/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть