Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.26 ↓

EUR 72.23 ↑

23 май, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә бер ир бәлиғ булмаған ҡыҙҙы көсләргә маташҡан

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөнөң Калинин районы суды Ҡаҙағстан Республикаһының 38 йәшлек вәкилен 12 йыл да алты айға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатты. Ул «14 йәше тулмаған баланы көсләргә маташыу» статьяһы буйынса ғәйепле тип танылды.

Калинин районы прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, уҙған йылдың ғинуар айында таныштарында ҡунаҡта булған саҡта иҫерек ир йорт хужаларының бәлиғ булмаған туғанын көсләргә уйлай. Ниндәйҙер һылтау табып, ул ҡунаҡтарҙы фатирҙан сығарып ебәрә һәм ҡыҙыҡай менән өйҙә яңғыҙы тороп ҡала. Енәйәтсе уны көсләргә маташа, ләкин ҡыҙыҡай, ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтеп, тышҡа сығып йүгерә. Уны саңғы шыуып ҡайтып килгән ир күреп ҡала, ҡыҙға тынысланырға ярҙам итә һәм полиция саҡырта.

Хөкөм ителеүсе үҙенең ғәйебен таныманы.

http://www.bashinform.ru/news/1107201-v-ufe-muzhchina-popytalsya-iznasilovat-nesovershennoletnyuyu-devochku/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть