Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.94

EUR 73.17

21 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда дәүләт хеҙмәтенә кандидаттарға талаптар йомшартыла

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда дәүләт гражданлыҡ һәм муниципаль хеҙмәт вазифаларын биләү өсөн дәүләт хеҙмәте йәки һөнәр буйынса эш стажына талаптарҙы йомшартыу күҙаллана. 25 ғинуарҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында депутаттар ике закон проектын ҡарарға ниәтләй.

Уҙған йылдың октябрь айында дәүләт башлығы федераль дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте вазифалары өсөн талаптарҙы йомшартты. Ошоға оҡшаш үҙгәрештәр төбәк кимәлендә ҡабул ителә, тип асыҡлыҡ индерҙеләр парламенттың матбуғат хеҙмәтендә.

Үҙгәрештәр стаж буйынса түбәндәге талаптарҙы билдәләүҙе күҙ уңында тота. Дәүләт гражданлыҡ хеҙмәтендәге юғары вазифалар өсөн — дәүләт гражданлыҡ йәки муниципаль хеҙмәт йәки һөнәр буйынса дүрт йылдан кәм булмаған эш стажы (бынан алда алты йәки ете йыл ине). Төп вазифалар өсөн — дәүләт гражданлыҡ йәки муниципаль хеҙмәт йәки һөнәр буйынса ике йылдан кәм булмаған эш стажы (бынан алда дүрт йәки биш йыл булды). Әйҙәүсе, өлкән һәм бәләкәй вазифалар өсөн стажға талаптар юҡ. Муниципаль хеҙмәт өсөн дә шундай уҡ үҙгәрештәр ҡаралған.

«Дәүләт гражданлыҡ һәм муниципаль хеҙмәт өлкәһендәге ҡаты сикләүҙәрҙе иҫәпкә алып, лайыҡлы кандидатураларҙы һайлап алыу көндән-көн ҡатмарлаша. Айырыуса был вазифаларҙың юғары һәм төп төркөмдәренә ҡағыла, — тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. — Йыш ҡына шулай була: кеше һөнәри сифаттары буйынса бөтә яҡлап та әлеге вазифаға тап килә, ләкин формаль сәбәптәр арҡаһында уға тәғәйенләнә алмай. Һөҙөмтәлә административ сектор юғары квалификациялы етәкселәрҙе һәм белгестәрҙе юғалта».

Төбәк парламенты спикеры һүҙҙәренсә, яңы кадрҙар алыуға бәйле ҡатмарлыҡтар ҙа шуға бәйле. Дәүләт йәки муниципаль хеҙмәттә эшләү өсөн йәштәрҙең ошо өлкәлә эш тәжрибәһе булырға тейеш. Стаж буйынса талаптарҙың йомшартылыуы кадрҙарҙы яңыртырға, дәүләт һәм муниципаль идара итеү өлкәһенә һәләтле юристарҙы, иҡтисадсыларҙы, IT-технологтарҙы һәм башҡа белгестәрҙе йәлеп итергә мөмкин бирә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть