Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

21 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Миловка паркы» торлаҡ комплексы төҙөлөшө тергеҙелде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың Өфө районында «Миловка паркы» торлаҡ комплексы төҙөлөшө тергеҙелде, тип хәбәр иттеләр республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан.

«Бөгөндән түбәндәге подрядсылар: «СтройТехКом, «Стройхолдинг», «Терра Строй» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре 10.2, 10.3, 10.5-се йорттарҙы төҙөй башланы. Төҙөлөштө тамамлау һәм өйҙәрҙе сафҡа индереү ваҡытын алдағы ике аҙнала билдәләү ҡаралған», — тип һөйләне Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Елена Вершинина.

Уның һүҙҙәренсә, подряд ойошмалары тәү сиратта фатирҙарҙағы эшкә тотонған. Бынан тыш, дөйөм файҙаланыу урындарында етешһеҙлектәр тикшерелә, төҙөлөш һәм биҙәкләү материалдары килтерелә.

Торлаҡ комплексының 4-се һәм 11-се кварталдарында урынлашҡан өйҙәрҙе төҙөүҙе дауам итеү өсөн «БашНИИстрой» дәүләт проект институты йәлеп ителгән. Йорттарға экспертиза үткәреүҙең маҡсаты — төҙөлөштө артабан дауам итеү өсөн уларҙың торошон билдәләү, шулай уҡ эштәр күләмен баһалау.

http://www.bashinform.ru/news/1106921-v-ufe-vozobnovilos-stroitelstvo-domov-milovskogo-parka/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть