Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.37 ↓

EUR 75.22 ↑

16 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡорт видеоблогеры Илсур Сөләймәнов сит ил вуздарында уҡыу өсөн грантты нисек алыу хаҡында һөйләне

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Сит ил вуздарында уҡыу күпме тора һәм уға грантты нисек алырға — беренсе башҡорт видеоблогы авторы Илсур Сөләймәнов яңы яҙмаһын ошо темаға арнаған. Ул 20 ғинуарҙа һорау-яуап рәүешендә төшөрөлгән.

Илсур Сөләймәнов ҡулланыусыларҙан килгән һорауҙарға яуап бирә. Бер үк ваҡытта ул Бөйөк Британияның иҫтәлекле урындары һәм үҙенсәлектәре менән дә таныштыра.

2017 йылдың октябрендә Бөйөк Британияла йәшәгән Илсур Сөләймәнов башҡорт телен яҡлау маҡсатында тәүге YouTube-каналын асты. Үҙенең каналында ул сит илдә белем алыу, университетҡа инеү тәжрибәһе, төрлө конференцияларҙа ҡатнашыуы, гранттар, визалар һәм ватандаштарыбыҙ тураһында һөйләй.

http://www.bashinform.ru/news/1106874-bashkirskiy-videobloger-ilsur-suleymanov-rasskazal-kak-poluchit-grant-na-obuchenie-v-zarubezhnykh-vu/

Теги: видеоблог
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть