Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 68.22 ↑

EUR 77.65 ↓

14 август, Шишәмбе

Уфа   °

Яҙылышмайынса йәшәүҙе никахҡа тиңләргә тәҡдим итәләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Сенатор Антон Беляков ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙың биш йылдан артыҡ бергә йәшәүен йәки ике йыл дауамында бергә ғүмер итеүен һәм уртаҡ балалары булыуын ошондай мөнәсәбәттәргә тиңләштерергә мөмкин тип һанай. Был хаҡта федераль киң мәғлүмәт саралары хәбәр итә.

«Фактик никах мөнәсәбәттәре институты» Швецияла, Нидерландта, Норвегияла, Францияла һәм Германияла танылған. Ул ир менән ҡатындың юридик хоҡуҡтарын яҡлай. Рәсәйҙә закон проекты ҡабул ителгән осраҡта ғаиләнең бергә йәшәгән осорҙа туплаған мөлкәте уларҙың дөйөм милке тип таныла.

Ошондай закон проекты 2015 йылда ла Дәүләт Думаһына тәҡдим ителгәйне, ләкин кире ҡағылды. Эксперттарҙың да яңы проектҡа һорауҙары байтаҡ, сөнки ул уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыу, алимент түләү кеүек мәсьәләләрҙе йәки кемдеңдер элекке тормош иптәше менән айырылышмаған осраҡтарҙы һәм башҡа аспекттарҙы асыҡламай.

Шуның менән бергә йылдар үткән һайын теркәлгән никахтар һаны кәмей, парҙарҙың күбеһе «ирекле мөнәсәбәттәр»гә өҫтөнлөк бирә.

http://www.bashinform.ru/news/1106827-sozhitelstvo-predlagayut-priravnyat-k-braku/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть