Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.53 ↑

EUR 71.96 ↓

22 май, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда беренсе Нестеров премияһы лауреаттары иғлан ителде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һынлы сәнғәт һәм сәнғәт фәне өлкәһендә Михаил Нестеров исемендәге Дәүләт премияһын тапшырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Наградаға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Фирдант Нуриәхмәтов, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Николай Калинушкин (вафат булғандан һуң) һәм Михаил Васильевич Нестеров һәйкәлен эшләгән өсөн республиканың атҡаҙанған рәссамы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Владимир Лобанов лайыҡ булдылар.

Фирдант Нуриәхмәтов «Дала» (Элиста), «Кеше – тәхет» (Рязань), «Күккә төбәлгән кеше» (Санкт-Петербург) кеүек киң билдәле скульптура композициялары авторы. Уның әҫәрҙәре Рус дәүләт музейында, Третьяков дәүләт галереяһында, М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында һаҡлана.

Николай Калинушкиндың ижады республикала скульптура сәнғәтен үҫтереүгә ҙур йоғонто яһаған. Уның күренекле эштәренең береһе – Еңеү паркында локаль һуғыштарҙа һәләк булған Башҡортостан һалдаттарына бағышланған һәйкәл («Ҡайғырыусы әсә»).

Владимир Лобанов – байтаҡ скульптура композиялары авторы. Уның эштәре иҫәбендә – маршал Жуков бюсы (Сипайлово), «Ете ҡыҙ» баҡса-парк композицияһы (Башҡорт дәүләт филармонияһы янында), «Ғаилә» (Рус драма театры эргәһендә), «Флора» (ӨМЭПБ Мәҙәниәт һарайы эргәһендә), С.Т. Аксаков хөрмәтенә иҫтәлекле билдә (Шаҡша).

Башҡортостан Республикаһының һынлы сәнғәт һәм сәнғәт фәне өлкәһендә М.В.Нестеров исемендәге дәүләт премияһы Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән булдырылды. Премия күренекле һынлы сәнғәт әҫәрҙәре төшөргән, шулай уҡ сәнғәт теорияһы һәм тарихы, художестволы тәнҡит өлкәһендә тикшеренеүҙәр өсөн ике йылға бер тапҡыр тапшырыла. Уның күләме 500 мең һум тәшкил итә.

2017 йылда премияға бөтәһе 150-ләп эш дәғүә иткән. Республиканың 27 билдәле рәссамының һәм дүрт алдынғы сәнғәт белгесенең 57 графика, һынлы сәнғәт, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, скульптура һәм әҙәбиәт әҫәре һайлап алыу турын үткән. Был эштәр декабрҙә М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында «Йолалар һәм рухилыҡ» республика тематик күргәҙмә-конкурсы экспозицияһында тәҡдим ителде.

http://www.bashinform.ru/news/1106949-v-bashkortostane-obyavleny-laureaty-pervoy-nesterovskoy-premii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть