Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.72 ↑

EUR 75.56 ↑

19 октябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан Журналистар союзы командаһы Силәбе өлкәһенең ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса Киң мәғлүмәт саралары кубогында ҡатнаша

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан Журналистар союзы Силәбе өлкәһенең тау саңғыһы, сноуборд һәм ҡышҡы картинг буйынса Киң мәғлүмәт саралары кубогында ҡатнаша. Ярыштар 3 февралдә Яҡтыкүл буйында «Металлург-Магнитогорск» тау саңғыһы үҙәгендә үтә.

Сараны «Юбилей» шифаханаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «ММК-Курорт» идара итеүсе компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойоштора һәм судьялар бригадаһы хеҙмәтләндерә. Киң мәғлүмәт саралары кубогы Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союздары булышлығында уҙғарыла.

Ярыштарҙа биш кешенән торған команда ҡатнаша. Көйәрмәндәр иҫәбе – бер команданан биш кешегә саҡлы. Ярыштарҙа ҡатнашыу, Силәбе трансферы – «Юбилей» шифаханаһы, ярыш көндө инвентарҙы прокатҡа алыу, тау саңғыһы комплексында шыуыу – бушлай.

Ярыштарҙа ҡатнашыусылар ғариза тултырып, уны 2018 йылдың 29 ғинуарынан да ҡалмай Силәбе өлкәһе Журналистар союзы nfo@pressunion.ru адресына ебәрергә тейеш.

Тулыраҡ – Башҡортостан Журналистар союзы сайтында.

http://www.bashinform.ru/news/1106866-komanda-soyuza-zhurnalistov-bashkortostana-primet-uchastie-v-kubke-smi-chelyabinskoy-oblasti-po-zimn/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть