Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.95 ↓

EUR 70.53 ↑

22 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә иң кәм аҙыҡ-түлек йыйылмаһының хаҡы аталды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

2017 йылдың декабрендә республикала иң кәм аҙыҡ-түлек йыйылмаһы 3460 һум тәшкил иткән, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

2016 йылдың декабре менән сағыштырғанда төбәктә минималь аҙыҡ-түлек йыйылмаһы 1,6 процентҡа ҡиммәтләнгән.

Статистика хеҙмәткәрҙәре аңлатыуынса, шартлы (минималь) аҙыҡ-түлек йыйылмаһының хаҡы аҙыҡ-түлеккә һәм уға ингән төбәк-ара ҡулланыусылар хаҡы кимәле дифференциацияһын сағылдыра. Дөйөм алғанда 33 төр.

Уны иҫәпләгәндә дөйөм ил буйынса билдәләнгән берҙәм шартлы аҙыҡ-түлек тотоноу күләме һәм Рәсәй төбәктәре буйынса уға уртаса ҡулланыу хаҡы файҙаланыла. Ул йәшәү минимумы дәүмәленең төҙөүсе өлөшө булып һаналмай.

Башҡортостандың статистика хеҙмәткәрҙәре мәғлүмәттәре буйынса, 2016 йылдың ғинуар-декабре менән сағыштырғанда бер йыл эсендә сырға хаҡтар – 10,1 процентҡа, шулай уҡ һөт һәм һөт ризыҡтарына 9,5 процентҡа артҡан. Иң ҡиммәт өс аҙыҡ-түлеккә былтыр йыл аҙағына 6,1 процентҡа ҡыйбатланған май ингән.

2016 йыл менән сағыштырғанда шәкәргә хаҡ 19,2 процентҡа төшкән. Ярмалар һәм ҡуҙаҡлылар, йомортҡа 10,7 һәм 9,7 процентҡа осһоҙланған.

http://www.bashinform.ru/news/1106577-v-bashkirii-nazvana-stoimost-minimalnogo-nabora-produktov-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть