Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.75 ↓

EUR 76.23 ↑

15 август, Шаршамбы

Уфа   °

Ҡайғыла ла, шатлыҡта ла бергә: республиканан 2,5 меңгә яҡын пар туй юбилейҙарын билдәләгән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Былтыр Башҡортостанда 2 483 пар туй юбилейҙарын билдәләгән. Төбәктең Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, 1775 пар алтын туйҙарын ҡаршы алған, 699 пар 60 йыл бергә ғүмер иткән (гәүһәр туй). Туғыҙ ғаилә, аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, үҙенең 70 йыллыҡ юбилейын (хозур туйҙы) билдәләгән.

Йыл башынан ЗАГС органдарында 50-75 йыл бергә ғүмер иткән ғаиләләрҙе ҡотлау дауам итә.

Атап әйткәндә, Ғафури районынан Хисмәтуллиндар ғаиләһе өсөн 2018 йыл – Ғаилә йылы – иҫтәлекле датанан башланып китте. Уларҙың никахын теркәгәндән һуң 70 йыл үткән. Тәлғәт Абдулла улы инженер-механик булып эшләгән, быйыл уға 90 йәш тула. Рәйхана Бәхтийәр ҡыҙы быяла заводында тир түккән, уға 88 йәш. Улар бергәләп биш бала үҫтергән, 10 ейән-ейәнсәргә һәм 12 бүлә-бүләсәгә ҡыуанып ултыра.

Юбилярҙарға ғәҙәттәгесә республика Башлығы исеменән иҫтәлекле бүләк һәм ҡотлау открыткаһы тапшыралар.

http://www.bashinform.ru/news/1106564-vmeste-i-v-gore-i-v-radosti-pochti-2-5-tysyachi-par-iz-bashkirii-otprazdnovali-yubilei-supruzheskoy-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть