Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.95 ↓

EUR 70.53 ↑

22 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда тағы ла бер эш көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартыу күҙаллана

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Башҡортостанда тағы ла бер эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартылыуы мөмкин. Был турала «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәр итә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Ивановаға һылтанып. Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, әлегә был эш биреүселәр менән килешелмәгән, әммә 15 майҙа бөтә донъя Ғаилә көнөн билдәләгәндә эш көнөн ҡыҫҡартыу хаҡында тәҡдим бар.

«Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арналған акция хатта «Өйөгөҙгә ҡайтығыҙ һәм ғаиләгеҙҙе яратығыҙ…» тигән эшсе исем алған. Ленара Иванова аңлатыуынса, был – Тереза Әсәнең цитатаһы тәржемәһе. Ойошмаларҙың башланғысы буйынса эш ваҡытын бер сәғәткә ҡыҫҡартыу күҙаллана», — тип әйтелә телеканал хәбәрендә.

Төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды Башҡортостанда «Ғаилә йылы» тип иғлан итте.

http://www.bashinform.ru/news/1106572-v-bashkirii-na-chas-planiruyut-sokratit-eshche-odin-rabochiy-den-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть