Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.89 ↑

EUR 76.05 ↓

17 август, Йома

Уфа   °

Венер Вәхитов Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан хөкүмәте бойороғо менән Венер Вәхитов республиканың урман хужалығы министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Ул урмандарҙы файҙаланыу, тергеҙеү һәм ер мөнәсәбәттәре мәсьәләләре өсөн яуаплы. Был хаҡта министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Венер Фәнир улы Вәхитов 1982 йылдың 2 июлендә Ишембайҙа тыуған.

Башҡорт дәүләт университетын («юриспруденция» һөнәре), Башҡорт дәүләт аграр университетын («урман хужалығы») тамамлаған.

2004-007 йылдарҙа — Башҡортостан Мәғариф министрлығының юридик секторында әйҙәүсе белгес.

2007 йылдан алып 2008 йылдың сентябренә тиклем — Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығының мәғлүмәт-аналитика, кадрҙар һәм юридик тәьминәт бүлегендә баш белгес-эксперт.

2008 йылдың сентябренән 2018 йылдың ғинуарына ҡәҙәр — Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының хоҡуҡи һәм кадрҙар эше бүлеге начальнигы.

http://www.bashinform.ru/news/1106744-zamestitelem-ministra-lesnogo-khozyaystva-bashkirii-naznachen-vener-vakhitov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть