Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.18 ↑

EUR 76.72 ↓

21 август, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандан Төркиәгә тиклем: әсә 18 йылға яҡын хәбәрһеҙ юғалған улын эҙләй

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

2000 йылдың 13 июлендә Башҡортостандың Иглин районында ете йәшлек бала эҙһеҙ юғала. 18 йыл самаһы элек Бәләбәйҙә йәшәгән Кенан Мостафаев «Һәргәй» балалар лагерынан ғәйеп була. Уҙған аҙнала ирекмәндәр йәнә листовкалар йәбештереүҙе һәм эҙләү эштәрен ойошторҙо.

Тәүҙә ата-әсә баланы үҙаллы табырға маташа, һуңынан полиция, ирекмәндәр, детективтар, экстрасенстар, журналистар, вайымһыҙ булмаған кешеләр, интернет, телевидение йәлеп ителә. Эҙләү ғаиләне Төркиәгә алып килә. Антальяла йәш егет ҡот осҡос юл фажиғәһенә эләгеп, хәтерен юғалтҡан. Уның Рәсәй гражданы булыуы ихтимал. Тәрбиәгә алған ҡатын егеткә Өмөт тигән исем ҡушҡан. Уны фалиж һуҡҡан, бер кемде лә танымай һәм һөйләшмәй.

«Әле ДНК-стадияһы бара. Яңыраҡ Өмөт аңын юғалтҡан. Уның йәше, документтарының булмауы, тарихы тап килә. «Көт мине» тапшырыуы журналисы аша Өмөттө күреү мөмкинлеге тыуҙы. Беҙҙең осрашыу йылы үтте. Ул өс сәғәт буйына минән күҙен алманы. Ләкин уның беҙҙең улыбыҙмы, юҡмы икәнлеге ДНК анализынан һуң билдәле буласаҡ», — тип һөйләне Кенандың әсәһе.

Ғаиләнең йылдар буйына Кенан Мостафаевты эҙләргә тырышыуы хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте «Йәмәғәт электрон гәзите»ндә уҡығыҙ.  

http://www.bashinform.ru/news/1106663-ot-bashkirii-do-turtsii-mat-pochti-18-let-razyskivaet-propavshego-bez-vesti-syna/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть