Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.94

EUR 73.17

21 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала 200 кеше «Йәштәр праймеризы»нда ҡатнаша

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда «Йәштәр праймеризы» проектында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү тамамланды. Ойоштороу комитетына 200-гә яҡын ғариза килде. Республиканың йәш лидерҙары өсөн киләһе һайлап алыу этабы — дебаттар, уларҙы Өфө, Нефтекама, Бөрө, Октябрьский, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында ойоштороу ҡаралған, тип хәбәр итә төбәк парламентының матбуғат хеҙмәте.

Күпселек ҡатнашыусылар өсөн праймериз ижтимағи һәм сәйәси эшмәкәрлек өлкәһендә артабан үҫешеү өсөн этәргес булып тора. Иң яҡшы кандидатуралар республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары ярҙамсылары булыу, «Берҙәм Рәсәй» партияһының кадрҙар резервына инеү йәки «Граждандар университеты»нда бушлай уҡыу мөмкинлегенә эйә.

«Килгән ғаризалар һаны һайланған эш формаһының дөрөҫлөгөн күрһәтә. Был — республика йәштәренә үҙҙәрен күрһәтеү һәм тәжрибә туплау өсөн ысын мөмкинлек. Әлеге мәлдә һайлап алыуҙың киләһе этабына әүҙем әҙерлек бара, тиҙҙән республиканың йәштәр сәйәси аренаһында яңы кешеләрҙе күрербеҙ», — тип билдәләне Башҡортостан республикаһы Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Йәштәр сәйәсәте лигаһы етәксеһе, «Йәштәр праймеризы» проекты кураторы Вито Сабиров.

http://www.bashinform.ru/news/1106499-v-bashkirii-v-molodezhnykh-praymeriz-primut-uchastie-200-chelovek/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть