Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.59 ↑

EUR 72.18 ↑

24 май, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда «Керәшен һыуыҡтары» фестивале еңеүселәре билдәләнде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Бөрөлә XXIV «Керәшен һыуыҡтары – 2018» төбәк-ара эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсы тамамланды. Гала-концертта өс Гран-при эйәһе, шулай уҡ лауреаттар һәм дипломанттарҙың исемдәре иғлан ителде. Был турала фестивалдең рәсми төркөмө хәбәр итә.

«Эстрада бейеүе» номинацияһында «Маски» ансамбле (Бөрө ҡалаһы) еңеү яуланы. «Эстрада йыры» номинацияһында Стәрлетамаҡтан Алина Рай юғары наградаға лайыҡ булды. «Эстрада музыкаһы» номинацияһында иһә «Red Horse» төркөмө (Бөрө) еңде, ул «иң яҡшы бас-гитарасы» номинацияһында ла билдәләнде.

XXIV «Керәшен һыуыҡтары – 2018» төбәк-ара эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсы 18-20 ғинуарҙа үтте. Быйыл унда республикабыҙҙың 17 районы һәм 13 ҡалаһы, Мәскәү, Һамар һәм Пермь крайы вәкилдәре ҡатнашты.

Ҡатнашыусыларҙың оҫталығын жюри баһаланы, уның составында республиканың һәм Рәсәйҙең билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре — З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Иҙрис Ғәзиев, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Светлана Слягузова, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Эльмира Зиннәтуллина, «Башҡортостан» дәүләт концерт залындағы «Ренессанс» халыҡ бейеү театры етәксеһе Александр Родионов, ТНТ каналында «Бейеүҙәр» шоуында ҡатнашҡан Елена Гуменная, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Композиторҙар союзы ағзаһы Азамат Хәсәншин, «Арғымаҡ» этно-төркөмө етәксеһе Ринат Рамазанов һәм башҡалар бар ине.

«Керәшен һыуыҡтары» фестиваль-конкурсы барышында эстрада вокалы буйынса республика семинары эшләне.

http://www.bashinform.ru/news/1106250-v-bashkirii-festival-kreshchenskie-morozy-nazval-imena-trekh-obladateley-gran-pri/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть